Улар һеҙҙең борсолғанды ныҡ һиҙә.
❌Эттәргә ҡарарға йәки һыйпарға (бигерәк тә көсөктәрҙе), ҡысҡырырға, йүгерергә, ҡул йәки таяҡ менән болғарға, аҙыҡ менән әүрәтергә йәки таш һәм башҡа әйберҙәр менән бәрергә ярамай.
✔️️Тиҙлекте кәметергә, хайуан яҡынлашҡан осраҡта - туҡтарға, башыңды түбән эйергә, ҡулды йоҙаҡ эшләп йәки тән буйлап тоторға кәрәк. Хайуандарға үҙегеҙҙе еҫкәргә ирек бирегеҙ һәм улар киткәнде көтөгөҙ. Баланы ҡулға алырға һәм ҡысҡырмаҫҡа ҡушырға кәрәк. Аҙыҡты өйөрҙән ситтә ҡалдырыу һәм тыныс ҡына ситкә китеү зарур.
🤳Әгәр ҡарауһыҙ эт агрессия күрһәтһә, ҡыҙыу линияға хәбәр итегеҙ. Телефонын республиканың Ветеринария буйынса дәүләт комитеты сайтында ҡарарға мөмкин.
Эйәһеҙ хайуандарҙы тотҡандан һуң приютҡа алып баралар. Уларҙы ветеринар ҡарай. Һуңынан 14 көнлөк карантинға ябалар. Карантиндан һуң стерилләйҙәр, вакцина һалалар, бирка ҡуялар һәм, хайуан агрессив булмаһа, элекке йәшәү урынына ҡайтаралар.
Хужаһыҙ хайуандар менән эш итеү тәртибе Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ҡарарында билдәләнгән
#Аңлатабыҙ_Башҡортостан
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1