Предыдущая публикация
Һыҡранмайса , йырлап уҙамын .
Алға барыр юлым бөтә ҡалһа ,
Яңы юлды үҙем һыҙамын .
Һындыралмаҫ юлда көслө елдәр,
Дауылдарға йәнем сыҙарлыҡ .
Хыялдарым ҡанат ҡуйып тора,
Үҙе менән өндәшә ысынбарлыҡ .
Мин үтәһе борма ғүмер юлын,
Башҡа берәү уҙмаҫ , ышанам.
Йәшәр өсөн , янып һөйәр өсөн ,
Мин тормоштан шулай көс алам.
Юлдар һыҙам , боҙам, кире һыҙам .
Яңылыштарҙан нығыйым ҡабаттан.
Аңлар өсөн тормош ҡәҙерҙәрен ,
Йә, бер Раббым шулай аңлатҡан !
Айгөл Вәлиуллина
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев