Предыдущая публикация
* * *
Доға ҡылып теләк теләйем
Ҡабул итеп ал,Раббым.
Барыбыҙға бир таҙалыҡ,
Тыныс тормош,мул табын.
Ата-әсәгә түҙемлек,
Балаларға тәүфиҡ бир.
Тура юлдан тайпылдырма,
Хәүефтәрҙән һаҡлай күр.
Тыныслыҡ бир күңелдәргә,
Ғаиләләргә татыулыҡ.
Йорт-еремә бәрәкәт бир,
Йөрәктәргә сабырлыҡ!
Тыныс,матур үтһен көндәр
Борсоу,хафаға һалма.
Бар өмөтөм,ышанысым
Тик һиндә,ғәзиз Аллам!
Г.Шәрипова
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев