Башҡортостан ҡыҙы журналы
5+
Фотографии844
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал #всемирныйсъездтатарскихженщин II ВСЕМИРНЫЙ СЪЕЗД ТАТАРСКИХ ЖЕНЩИН В городе Казани прошел II Всемирный съезд татарских женщин. В качестве гостей и делегатов были приглашены лидеры женских движений всех континентов и стран. Республику Башкортостан представила делегация из 50 женщин. Гульназ Кутуева. Читайте на сайте: https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/articles/u-y-ya-yly-tar/ii-vsemirnyy-sezd-tatarskikh-zhenshchin/
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал Апрель һаны - 2019 Тышлыҡта - Рәсәй Федерацияһының һәм Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ш.Хоҙайбирҙин, М.Ғафури исемендәге премиялар лауреаты, Евразия Телевидение һәм радио академияһының мөхбир ағзаһы Шәүрә Ғәббәс ҡыҙы Ғилманова.
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал Мин һәр саҡ сәскә булалмам, Һәм һәр саҡ йәш тә булалмам. Гелән тормамын көлөп тә, Китермен, бәлки, бөлөп тә. Булыр асыулы саҡтарым, Асылмай торған яҡтарым. Тура ҡарап күрмәүем дә, Ялбыр сәсем үрмәүем дә Бар. Бар бик сәйер тойолоуым, Юҡ-бар өсөн оялыуым. Ҡаты һүҙҙән аяуым бар, Ә шулай ҙа ҡаяуым бар. Яҡлай алмамын үҙемде, Берсә бирмәмен һүҙемде. Ҡыҙыҡта илап та ҡуйһам, Шәрбәтле ҡараштан туйһам Асыуланма. Был – асылым, Һуңлап ҡына
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал Кефир менән бешерелгән кекс Кәрәк: - 2 - йомортҡа - 1 - стакан шәкәр ҡомо - 1 - стакан кефир - 2 - стакан он - 2 сәй ҡалағы ҡамыр күперткес (разрыхлитель) - ярты стакан үҫемлек майы Әҙерләү: ...бөтә ингредиенттарҙы бергә һалып бутағас, йөҙөм, сәтләүек өҫтәп, майланған формаға бушатырға. 180 градус ҡыҙыулығындағы мейестә 50-60 минут бешерергә. Сәйҙәрегеҙ тәмле булһын!
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал ҺӨЙӨП, ҺӨЙӨЛӨП, МӨХӘББӘТТӘ ЙӘШӘГЕҘ, сөнки БЕҘ БӘХЕТЛЕ һәм ИҢ ЯҠШЫҺЫ БЕҘҘЕҢ ӨСӨН! https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал ОНОТА ЙӘ БУТАЙ КҮРМӘГЕҘ! 1 май - Яҙ һәм хеҙмәт көнөнә арланған ял көнө; 2 һәм 3 май - 5 һәм 6 ғинуарҙан күсерелгән ял көндәре; 4 һәм 5 май - шәмбе һәм йәкшәмбе (сб һәм вс) ял көнө; 6, 7 һәм 8 май - Эш көнө; 9 май - Еңеү көнөнә арналған ял көнө; 10 май - 23 февралдән күсерелгән ял көнө; 11 һәм 12 май - шәмбе һәм йәкшәмбе (сб һәм вс) ял көнө; 30 апрель һәм 8 май ҡыҫҡартылған эш көнө.
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал #Подписка_2019 ҠИММӘТЛЕ БҮЛӘК ОТ!!! 💥Хөрмәтле дуҫтар, 2019 йылдың икенсе ярты йыллығына баҫмабыҙға яҙылыусы һәр кеше ҡиммәтле бүләк ота ала. 💢Бының өсөн редакцияға «Башҡортостан ҡыҙы» журналына 6 айға яҙылыу квитанцияһының күсермәһен, бәйләнеш өсөн телефонын яҙып ебәрергә кәрәк. 💢 Журналдың индексы – П2719. 6 айға яҙылыу хаҡы – 606 һум 50 тин.
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал ЮЛ ЭКСПЕРТТАРЫ БУЛЫҒЫҘ! “Юл эксперты” – юлдарҙағы, ихаталарҙағы соҡорҙарҙы тигеҙләүҙе юғары кимәлгә ҡуйыу маҡсатында булдырылған мобиль ҡушымта. Республикала йәшәүсе һәр кем уның ярҙамында соҡор-саҡырҙы бөтөрөүгә заявка ҡалдыра ала.
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал РЕСПУБЛИКАНЫҢ АДМИНИСТРАТИВ ХОҠУҠ БОҘОУҘАР ТУРАҺЫНДАҒЫ КОДЕКСЫНА ҮҘГӘРЕШТӘР ИНДЕРЕЛДЕ Апрель башында Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайы республиканың Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодексына газондарҙа, балалар һәм спорт майҙансыҡтарында машиналарҙы ҡалдырған өсөн штрафтар индергән үҙгәрештәрҙе ҡабул итте. Зөлфиә Басирова. Сайтта уҡығыҙ: https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/articles/u-y-ya-yly-tar/respublikany-administrativ-kho-u-bo-ou
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал ХАЛЫҠ ӘЙТҺӘ, ХАҠ ӘЙТӘ - Урланған аш менән туҡ булмаҫһың. - Көҙ бай булма, яҙ бай бул. - Аш-һыу янында һүҙ ҙә тәмле. - Туҡ дуҫлыҡ эҙләр, ас ыҙғыш эҙләр. - Майлап ашаһаң, сабата ла телде йоторлоҡ. - Йорт матур аш-һыу менән, кеше матур йөҙө менән. - Күп ашаһаң, ялҡырһың, аҙлап ашаһаң, тағын ашарһың. - Иргә - баш, ҡатынға - муйын, ҡыҙға - ҡанат, иргә - аяҡ. - Ашаған ашыңа төкөрмә, бәләгә тарырһың. - Ас булһаң да сама белеп аша. Сайтта уҡығыҙ: https://ba
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал ТӘБИҒӘТТӘН ИЛҺАМЛАНЫП... Апрель айында «Өс мәктәп» тип аталған күргәҙмә әҙерләй Гөлназ. Унда Өфөнән, Санкт-Петербургтан, Дондағы Ростовтан оҫталар «ҡайнар эмаль» ысулы менән башҡарылған эштәрен тамашасы хөкөмөнә тәҡдим итәсәк. Эҙләнеү өҫтөндә булған йәш рәссам киләсәктә мозаика студияһы асырға хыяллана. Яҡты хыялдары тормошҡа ашһын, ижады сәскә атһын, тип теләйек уға. Гөлшат Ҡунафина. Сайтта уҡығыҙ: https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/articles/r-ssa
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал МАҺРУЙ ...Шәһит Әхмәт улы Мәскәүгә һуңғы тапҡыр юлланыр алдынан тыуған ауылына ҡайтып, туғандары менән күрешеп китә. Иң кесе һеңлеһе Ғәлимәгә был ваҡытта 8 генә йәш була. Уның хәтерләүҙәре буйынса, Шәһит был көндә улар алдында оҙон халыҡ йырын йырлай, һәр береһе менән һөйләшеп ултыра. Ә Өфөгә ҡайтҡас, ҡатынына: «Ғәлимә бик теремек ҡыҙыҡай. Уның мәктәпкә йөрөмәүенә борсолам», – ти. Шәһит вафат булғас, Маһруй Бесәнсе ауылына (Күгәрсен районы, Шәһит Хо
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал ТАҢ ЙОНДОҘОЛАЙ БАЛҠЫП Директор ханым башҡорт теле уҡытыусылары Сәриә Мөхәмәт ҡыҙы Ҡаһарманова, Гөлназ Ғәзиз ҡыҙы Байрамғәлина, робот техникаһы буйынса түңәрәк асып, ошо өлкәлә ҙур уңыштарға ирешкән физика һәм информатика уҡытыусыһы Гөлшат Рәшит ҡыҙы Юлсурина, республикала тиңе булмаған (хаҡы 16 миллион һум!) технопарк нигеҙендә балаларға биотехнологиялар серҙәрен төшөндөргән Альмира Фуат ҡыҙы Таһирова, компьютерҙа моделдәр яһау һәм график дизайн нес
ДҮРТ БЫУЫН ӘҘЕРЛӘГӘН ТАБЫН Римма үҙе ҡунаҡ килгәндә, милли һыйҙарыбыҙҙан тыш, тағы ла заманса ашамлыҡ – сыр аҫтындағы итте хуп күрә. «Әҙерләүе тиҙ һәм еңел, ғәҙәттә һәр өйҙә булған ризыҡтар ғына талап ителә, ите лә, гарниры ла бергә, шуға бик уңайлы», – ти актриса. Гөлшат Ҡунафина.
Гульназ Кутуева
10 Apr
#Башҡортостанҡыҙы #БашкортостанКызы #журнал “ӘСӘЛЕК ТАЛАНТТАР АСА” “Башҡортостан” телерадиокомпанияһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы менән берлектә “Әсәлек таланттар аса” тип аталған һәүәҫкәр рәссам ҡатын-ҡыҙҙарҙың күргәҙмәһен үткәрә. Гөлшат Ҡунафина. Сайтта уҡығыҙ: https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/articles/u-y-ya-yly-tar/-s-lek-talanttar-asa/
Show more
https://bashkortostankyzy.rbsmi.ru/
Read more