📆 Белем биреү акцияһы 27 апрелдән 29-ына тиклем ойошторола. Диктант тексын дикторҙар «Башҡортостан юлдаш телевидениеһы» телеканалында тура эфирҙа 27 апрелдә 11:00 сәғәттә уҡый башлай.
2024 йылда ойоштороусылар текстарҙың тематикаһын илһөйәрлеккә, йәштәр тормошона һәм ғаилә ҡиммәттәренә бағышлаған. Диктант яҙыу өс йүнәлештә ойошторола.
🕚 11:00 сәғәттән 11:25 тиклем – башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр өсөн;
🕦 11:30 сәғәттән 12:00 тиклем – башҡорт телендә иркен аралашыусылар өсөн;
🕛 12:05 сәғәттән 12:30 тиклем – башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында яҙыусылар өсөн.
✍🏻 https://lkbash.ru һылтанмаһы буйынса акцияла ҡатнашыусы тейешле офлайн-майҙансыҡты һайлай ала. Шулай уҡ һәр кем диктантты үҙ аллы онлайн да яҙырға мөмкин. Тура эфир видеоһы https://bashdictant.ru/ сайтында урынлаштырыласаҡ.
✉ Диктант тексын фотоға төшөрөргә (скан аша үткәрергә) һәм 29 апрелдең 23:59 сәғ. тиклем электрон почтаға: bashdictant2024@mail.ru йәки телеграм-ботҡа: https://t.me/bash_dictant_bot ебәрергә кәрәк.
Акцияға йомғаҡ 30 көн дауамында Башҡорт теленән халыҡ-ара диктанттың рәсми сайтында яһаласаҡ. Ҡатнашыусыларға сертификаттар электрон почтаға йәки телеграм-бот аша ебәрелә.
Тел – халҡыбыҙҙың рухи байлығы. Барығыҙға ла уңыштар!
#башҡорттелендәдиктант
#башдиктант #башдиктант2024
#диктантпобашкирскомуязыку
#башҡортсадиктантяҙам
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев