Предыдущая публикация
///////////////////////////////////////////////
Ауылыма минең ҡайтҡым килә,
Бер көтөр кешем булмаһа ла,
Урамынан атлап үткем килә,
Бер керер йортом булмаһа ла.
Тыуған-тупҫаһыҙ тороп ҡалыуы,
Бик күптәргә килгән-бер бәлә,
Ауылынан сығып киткәндәрҙе,
Һағынмай тиһегеҙме әллә....
Бына тағы баҡсабыҙ артында,
Ҡаҙҙар йөҙә-һайыҡҡан күлдә,
Ҡаҙҙар көткән-бала сағым минең,
Онотолмай һаман күңелдә
Ҡайтайым тип,тағы юлға сыҡтым,
Оло зыярат ауыл осонда,
Ата-әсәмә доға ҡылған саҡта,
Күҙ йәшем эркелә усымда...
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 3