Предыдущая публикация
Зинһар өсөн ҡалдырма,
Артыҡ бәхет һорамайым,
Булғанынан айырма...
Шөкөр итәм күңелемдән,
Доғамда рәхмәттәрем,
Түҙемлек менән ышаныс
Минең әхирәттәрем..
Йәйен күрҙем,көҙөн күрҙем,
Ҡышым да етеп килә,
Шөкөр-ҡайһы саҡ көҙөм дә
Йәйҙәргә оҡшап китә...
Иртән тороп күрә алам
Сығып килгән ҡояшты,
Ҡәһәрләмәй ҡабул итәм
Миңә яҙған яҙмышты...
Ҡуҙыңдың да,боҙоңдоң да
Тәмен тәмләп ҡараным,
Әммә яҙмышыма бер ҙә
Мин үпкәләй алманым...
Тормошомдоң булмаһа ла
Тип-тигеҙ генә иңе,
Абынһам да-кире торҙом,
Һынайһыңдыр тип мине...
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 3