Була- шаулап, сәскә атҡаны,
Була тирә-яҡты ҡапыл ғына
Ҡара болот килеп баҫҡаны...
Сабырлыҡтар кәрәк был донъяла,
Ғүмерҙәрҙең юлын үткәндә,
Күҙ йәштәре аша йылмая бел,
Яҙмыш ялҡындары өткәндә....
Бәхеттәрҙең-бер кем белмәйҙер ул,
Бер-бер артлы, һәр саҡ килгәнен,
Яҙмыш ҡояшының-кем күргән һуң,
Һәр ваҡытта балҡып,көлгәнен....
Сабырлыҡтар кәрәк был донъяла,
Ғүмерҙәрҙең юлын үткәндә,
Тик сабырлыҡ ҡына емеш бирә,
Ғүмер үренә барып еткәндә...
Беҙгә бирелгән ғүмерҙәрҙең яйлап,
Һүтелеп бөтөр бер саҡ йомғағы,
Ғүмер матур,ләкин тиҙ йүгерә,
Күңелдәргә ауыр шул яғы....
Сабырлыҡтар кәрәк был донъяла,
Ғүмерҙәрҙең юлын үткәндә,
Үкенестәр бер ҡалмаһын ине,
Был донъяны ташлап киткәндә...
.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев