Әммә сөннәт булып тора (ҡайһы бер фекерҙәр буйынса – мүстәхәб). Кемдер күрәләтә малды ҡибла яғына ҡаратып салмаһа, ул ҙур сауаптан мәхрүм ҡаласаҡ, әммә (мосолман булып): "БисмиЛләһ", – тип сала икән, ул малдың ите барыбер хәләл буласаҡ, ин шәә Аллаһ.
Һеҙҙеке кеүек мәжбүри осраҡта иһә бының бигерәк тә бер ниндәй ҙә ҡурҡынысы юҡ. Малды ҡибла яғына ҡарай бороп һалып булмаһа, нисек ята, шулай салаһығыҙ. Был харам да, мәкруһ та, гонаһ та түгел, шигегеҙ булмаһын.
Былай мәлдәрҙә малды төндә салыу кәңәш ителмәй, эйе. Сөнки төндә кеше ҡайһы бер нәмәләрҙе яҡшылап күрмәйенсә, йә малға, йә үҙенә, йә иткә берәй зарар эшләп ҡуйыуы бар. Әммә һеҙ һөйләгән кеүек мәжбүри осраҡтарҙа төндә лә мал салырға ярай, гонаһ түгел.
Ә Аллаһ яҡшыраҡ белә.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев