Предыдущая публикация
Күңелемдең ҡыйын саҡтары,
Йөрәгемә ҡаҙала уҡтары.
Башҡайымдың ниҙәр уйларға
Белмәй торған саҡтары.
Ҡушымта:
Илармын да, көлөрмөн дә
Йырлармын да туҡтамай.
Тик бәләкәй генә йөрәгемә
Сабырлыҡ бирсе, Хоҙай!!!
2.Ҡайғылар күрҙем, һынауҙар үттем:
Атай-әсәйһеҙ йәтим ҡалдым.
Иң ҡәҙерле Өләсәйемде
Һуңғы юлға илап оҙаттым.
Ҡушымта
3.Донъя, тормош юлдарында
Соҡор-саҡырҙарға абындым.
Ләкин ауыр яҙмыш юлында
Йондоҙ кеүек кире ҡабындым.
Ҡушымта


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев