🎖️ Хәйерле көн, туғандар дуҫтар! Үтеп киткән байрам менән, 9 май - Еңеү көнө менән ҡотлайым! 🙏 Ошо мөмкинсклек менән, яңы сығасаҡ йырҙың видеоһын ҡарап үтергә тәҡдим итәм! 🪖 Ил улдары - Азат Худайгулов, GULZIRA, Юлай Касимов #башкортостан #башкирия
ҠАЙТАРЫҒЫҘ, КҮКТӘР, УЛЫМДЫ Валентина Рубис (Тәржемә Рәйлә Нутфуллина) Кире ҡайтар, Аллам, улымды! Тынысландыр әсә йөрәген! Мыҫҡыллама, һин яуыз яҙмыш, Тере көйө үле бит йәнем! Өҙгөм килә барса сылбырҙы, Күрһәтегеҙ ожмахтың юлын! Ҡайҙа, әйтең, серле ул донъя? Алып ҡайтыр инем һине, улым! Йыраҡ, йыраҡ бик тә ул яҡтар! Етә алмаҫ унда бер кем дә! Фәрештәләр менә тик унда Ташлап киткән саҡта йән ерҙе! Тыныс ҡына оса йән күккә! Елпеп көслө, бөйөк ҡанатын! Тиҙлеген ул арттыра бара, Ҡалдырғанда тик атай йортон! Улым, ниҙәр уйланың ул мәл? Ер тормошон ҡалдырып осҡанда? Һин, моғайын, өнһөҙ әрнегәң, Ерҙән, балам, күккә ашҡанда! Аңламағанһыңдыр һин, улҡайым! Китеүеңде сикһеҙ ул яҡҡа! Сихри,
Показать ещё