Заманалар үҙгәрҙеме, Үҙгәрҙекме үҙебеҙ - Майка менән шортик кейеп Өләсәй булып йөрөйбөҙ! Ҡоймағын ярай ҡоябыҙ, Тәңкә үрер толом юҡ. Ғәфү итегеҙ, ейәндәр, Беҙҙең һәр саҡ ваҡыт юҡ!
Беҙ үҫкәндә өләсәйҙәр
Үтә матурҙар ине,
Ейән-ейәнсәрҙәр менән
Ихлас, татыуҙар ине!
Балитәкле күлдәк кейеп
Яулыҡ бәйләрҙәр ине,
Толом осонда тәңкәләр
Сыңлап көйләрҙәр ине.
Самауырҙарын ҡайнатып,
Ҡоймаҡ ҡойорҙар ине.
Ойоҡбаштар бәйләй-бәйләй
Йомаҡ өйөрҙәр ине.
Йығылып тубыҡ ҡанатһаҡ,
Өрөп имләрҙәр ине.
Кисен ҡуйынына һалып,
Бәйет һөйләрҙәр ине...
Заманалар үҙгәрҙеме,
Үҙгәрҙекме үҙебеҙ -
Майка менән шортик кейеп
Өләсәй булып йөрөйбөҙ!
Ҡоймағын ярай ҡоябыҙ,
Тәңкә үрер толом юҡ.
Ғәфү итегеҙ, ейәндәр,
Беҙҙең һәр саҡ ваҡыт юҡ!
Әкиәт һөйләп тормайбыҙ,
Мультик ҡуйып бирәбеҙ,
Ейәндәр менән интернет
Селтәрендә гиҙәбеҙ!
Ҡайҙа өләсәй ҡосағы,
Ҡайҙа Ҡамыр батырҙар?..
Йомшаҡ уйынсыҡ ҡосаҡлап
Йоҡлап китә сабыйҙар.
....Үҫеп килә ейәнсәрҙәр –
Буласаҡ өләсәйҙәр.
Беҙҙе хәтергә алғанда
Нимә генә һөйләрҙәр?
Фәриғә Күсәпова


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 10
Әйе ул толомдарҙы ҡырҡып ташланыҡ бит.