Йылдар буйы көткән отпускамды үҙемдең Башҡортостаным да сәйәхәттән башланым.Хыялым Учалы яҡтарына тарта.Ҡайһы саҡта күлдәр иле,тауҙар ҡосағында ҡыуыш ҡороп ҡына ятыр инем,тигән уйҙар йөрәкте яндыра...Студент йылдарын да был яҡтарҙа бер нисә тапҡыр булғайным.Кешеләре ихлас,тәбиғәте күркәм был төбәк үҙенә һәр саҡ әйҙәне лә,әйҙәне... Йылдар буйы саҡырып торҙо.Их,шул Ирәмәл... Баласаҡтан үҙенә тартып йөҙәтте бит!Ҡәрсәйем риүәйәтен,Урал батыр төбәген күреү теләге йөрәгемде ярҙы...Ғашиҡ була белеү,утта янып һағыштарҙа ҡалыу ят түгел миңә...Ғәфү итә белеп теҙләнергә лә өйрәтте шул мине был яҙмыш...Беләм мине лә Ирәмәл көткәндер,һағынғандыр кеүек ине,миңә.!Бына шулай юлға сыҡтым.Барҙым...Дуҫтарым менән күтәрелдем, халҡыбыҙҙың ғорур Ирәмәл тауына...Күңеле лә томанлы,тиҙ таралыусан икән,аяҙ көндә лә ҡапыл күк күкрәп ямғыр яуып ебәрә... Илағыраҡ,шаяныраҡ кеүек тойолдо...Йөрәге лә һағыштарҙан ямалып

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 4