
Ҡайһы берәүҙәргә тыуған яғымды бер туҡтамай һүрәтләү,яҙыу сәйер тойолор...Минең тормошом гүзәл төйәгемә бәйле... Ҡояшлы яҙ ине ауылымда...Ҡәрсәйемә эйәреп Болан тауы итәгенән,Болан буйына үлән,емеш йыйырға юлға сыҡтым...Аллаһы Тәғәләне теленән төшөрмәгән ҡәрсәйем, үҙенсә теләктәр теләй...Бөгөнгөләй хәтеремдә: башында ҡайырып ябынған аҡ яулыҡ,оҙон аҡ киң күлмәк...Миңә уның менән шул тиклем рәхәт...Төрлө әкиәттәр һөйләй,йырлай...Йыш ҡына тау исемдәре,уның тарихы менән таныштыра...Бына шулай китеп барған ерҙән, ул бер мәл тын ҡалды.Маңлайына ҡулын ҡуйып "биссмила"һын әйтеп миңә ҡарап:"Күрәһеңме ҡыҙым,ана аҡ йылан..."-тип,тау битенән төшөп барған аҡ йыланға ҡулын төбәне.Һаман хәтеремдә,ҡәрсәйем тиҙ генә аҡ яулығын сисеп аҡ йыланға япты.Тыпырсынып илауымды,ҡурҡыуымды күреп ул тыныс ҡына: "...Ҡыҙым,мин бәлки күрмәҫмен,Һин бәхетле булырһың.Аҡ йылан күргән кеше бик бәхетле була..."-тип мине йыуатҡайны.Уға бик күп йылдар үтте.Ҡәрсәйем һүҙе,аҡ яулыҡ,Болан тауынан йүгереп үткән Аҡ йылан...Бәхет төшөнсәһен төрлөсә аңлайым...Тик тормошомдоң ҡатмарлы мәлдәрендә ҡәрсәйемдең шул һүҙе йыуата:"Һин бәхетле булырһың, ҡыҙым..." (Зөлфиә Фәйрушина


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев