
Араларҙы һағыш бәйләгән.
Ҡанатланып йөҙәм хыялымда,
Йырҙар ғына моңға биҙәгән.
Шул моңдарҙа йәнем өйөрөлә,
Донъя гиҙеп һинең тарафта.
Тояһыңмы бәйһеҙ тойғоларҙан
Күҙҙәреңә ҡунып аҙашам.
Араларҙа борма юлдар ята,
Араларға кәртә ҡуйылған.
Саф тойғолар ғына аҙаштырмай,
Һөйөүемә ҡапҡа асылған.
Зөлфия Фәйрушина


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев