Район мәҙәнәт йортонда тантаналы митингтан башланып, артабан байрам сараһы төбәктең «Ҡайғырыусы әсә» мемориалында дауам итте. «Үлемһеҙ полк» акцияһында был юлы төбәктә биш йөҙҙән ашыу кеше ҡатнашты.
Егеттәр генә түгел, ҡыҙҙар ҙа сафта тигеҙ һәм ныҡлы баҫа. Бөйөк Еңеүҙең 72-се яҙына арналған байрам тантанаһы Борай мәҙәниәт йорто майҙанынан башланып, артабан район үҙәге урамдары буйлап үткән парад менән дауам итте.
Еңеү парадын ҡарарға һәм ҡатнашырға 5 меңдән ашыу халыҡ килде. Хәрби техника, байрамса биҙәлгән аттар, унан һуң фотоһүрәттәр беркетелгән транспорант тотҡан «Үлемһеҙ полк» колоннаһы... Әйткәндәй, акцияла ҡатнашыусылар былтырғы йыл менән сағыштырғанда, байтаҡҡа күп ине.
Артабан сара район үҙәгендәге «Ҡайғырыусы әсә» мемориалында дауам итте. Митингта яуҙа башын һалған яугирҙарға, әле булһа хәбәрһеҙ юғалғандар исемлеген биләгән, фронттан ул-ҡыҙҙарының көтөп ала алмаған әсәләр рухына арнап бер минутлыҡ тынлыҡ иғлан ителде, залп бирелде.
Байрам сараһында һалдат бутҡаһы менән һыйланыу хәҙер инде йолаға әйләнгән. Килгән халыҡ урында ойошторолған төрлө мәҙәни, спорт сараларында ҡатнашты. Сара кискә тиклем дауам итте.
Еңеүҙе яҡынайтыуға борайҙарҙың да өлөшө бик ҙур була. Фронттың алғы һыҙығында ғына түгел, тылда ла халыҡ фиҙаҡәрлек күрһәткән. Ғөмүмән, Борай районынан 7 меңдән ашыу кеше фронтҡа алына. Уларҙың тик бөгөн 22-е генә Бөйөк Еңеүҙең 72-се яҙын ҡаршы алды.
http://tv-rb.ru/bash/novosti/y-m-i-t/b-y-k-e-e-e-72-se-ya-yn-boray-rayony-khal-y-la-ki-bild-l-ne/