Бер фәҡир кеше Аллаһтан һораған:
- Мин ниңә шундай хәйерсе?
- Башҡаларға бирергә өйрәнмәгәнһең, - тигән Аллаһ.
- Үҙемдә булмағанды башҡаларға нисек бирәйем? Минең бер нәмәм дә юҡ бит,- тигән ул.
Аллаһ әйткән:
- Яңылышаһың. Һинең бер нисә ҡиммәтле әйберең бар:
✅ йылмайыу бүләк итергә йөҙөң,
✅ матур һүҙ һөйләргә телең,
✅ әйләнә-тирәләгеләргә яратып ҡарарлыҡ күҙҙәрең,
✅ кешегә изге ғәмәлдәр ҡыла алырлыҡ ҡулдарың бар.
💚 Ысынында бер кеше лә хәйерсе түгел: йыш ҡына аҙҙан да күңел була. Йылмайып ҡараған кеше янында күңел тыныслана. Юҡҡа ғына йылмайыу – ул саҙаҡа тимәгәндәр.
💚 Мәғәнәле һүҙ, хәйерле һөйләм дә — йән аҙығы. Ҡайһы берәүҙәрҙең ауыҙына ғына ҡарап тораһы килә.
💚Аҡыллы кешенең кәңәштәре — алтындан да ҡәҙерле байлыҡ.
💚 Байлыҡ — бер айлыҡ, ти халыҡ. Аҡса, мөлкәт бөгөн бар — иртәгә юҡ. Иң мөһиме, рухи хәйерселектән Аллаһ һаҡлаһын.
Күңелдә бушлыҡ булмаһын. Кешеләргә ҡарата игелекле, мәрхәмәтле булып йәшәргә яҙһын.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1