
Әрнеүҙәргә һалды яҙмышың...
Үҙәгеңә үтте ҡайғыларың...
Күҙҙәреңдә күрәм һағышың...
Иңдәремә һалып башҡайыңды
Һөйлә, серең ,һөйлә, дуҫҡайым
Беләм, дуҫым, беләм күптән инде
Һинең серҙәш, хәҙер- аҡ ҡайын
Йөрәгеңде өҙгән ҡайғыларҙан
Һығылып та төшмә, түҙ әле...
Өмөтөңдө өҙөп донъяларҙан
-Юҡ ,ул бәхет!-тиеп әйтмәле...
Ҡайғыларың артта ҡалһын ине
Яңыларын бирмә, Хоҙайым,
Ҡулдарымды һоноп ,ялбарамын
Сабырлыҡтар һинән һорайым
Өҙгөләнмә, зинһар, зарланмасы
Йәшләндереп күҙең бойоҡма...
Ауыр саҡта ярҙам ҡулын һуҙыр
Йән дуҫтарың барын онотма!
Рәйсә Ғәзизова


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев