И. д.Верхнеутяшево.
Ваҡытлыса.
Ергә беҙ киләбеҙ бары
Вакытлыса.
Тормош беҙгә яҙмышыбыҙға
Ишек аса.
Ваҡытлыса япраҡ яра
Аҡ ҡайындар.
Ваҡытлыса булһын әйҙә
Бар ҡайғылар.
Ваҡытлыса ямғыр яуа
Яуһын әйҙә,
Сәскә ата ваҡытлыса
Гөлдәр йәйҙә.
Алтын көҙҙә ваҡытлыса
Ҡыштар килер.
Һәм һалҡындар йөрәгеңә
Үтеп инер.
Ваҡытлыса ҡоштар китә
Тыуған ерҙән,
Яҙ эйәртеп ҡайтып етер
Улар тиҙҙән.
Ваҡытлыса булмаһын тик бәхет,
Изгелек,
Ер, йыһан һәм ҡояш бары
Мәңгелек.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 4