Был сараларҙың бөгөн үтеүе осраҡлы түгел. Ватан Геройҙары көнөндә беҙ Тыуған ил, ер өсөн йәнен фиҙа ҡылған ҡаһарман райондаштарыбыҙҙың
яҡты хәтерен хөрмәтләп иҫкә алдыҡ.
З. Аҡназаров исемендәге Урал аръяғы агросәнәғәт колледжының Иҫке Собханғол филиалында ошо уҡыу йортонда белем алыусы Ансар Ғаян улы Бейембәтовтың иҫтәлегенә «Герой партаһы» асыу тантанаһы үтте.
Ансар Ғаян улы 2022 йылда махсус хәрби операция башланғас та, үҙ теләге менән яуға юллана. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн "Изге Георгий орденының 4-се дәрәжә Георгий тәреһе”, “Ҡаһарманлыҡ”, “Генерал Шайморатов” ордендары, “Донбассты азат иткән өсөн” миҙалы менән наградланған. Яугир 2024 йылда батырҙарса һәләк була.
Аҫҡар урта мәктәбенең Брәтәк филиалында өс "Герой партаһы" асылды. Ғөбәйҙуллин Айнур Ғәйнулла улы махсус хәрби операцияла 2023 йылдан "Вагнер" шәхси компанияһын ҡатнаша, штурмовик, пулеметсы булып хеҙмәт итә. ЧВК "Вагнер" миҙалы менән бүләкләнә. Ике тапҡыр, яраланып, дауаланыу үткәс тә хәрби операцияға кире юллана. Донецк Халыҡ Республикаһында хәрби бурысын үтәгәндә батырҙарса һәләк була.
Ситдиҡов Фәрүәз Фәрит улы яҙмышын хәрби хеҙмәткә бағышлай. Контракт буйынса Чечен Республикаһында, Ырымбур өлкәһендә хеҙмәт итә. 2022 йылда махсус хәрби операцияға юллана, ҡаты бәрелештәрҙә ауыр яралана. Тыуған яғына ҡайта, әммә яраларынан арына алмай мәрхүм булып ҡала. Күрһәткән батырлығы һәм фиҙакәрлеге "Кавказдағы хеҙмәте өсөн", "Төньяҡ Кавказда хәрби бәрелештәрҙә ҡатнашҡан өсөн", " Батырлыҡ өсөн" миҙалдары менән билдәләнә.
Хөсәйенов Рифат Шәрифулла улы үҙ теләге менән ирекле батальон составында махсус хәрби операцияға юллана. Ул 2-се гвардия дөйөм ғәскәр армияһының 30-сы айырым мотоуҡсылар бригадаһында үҙенең хәрби бурысын намыҫлы үтәй. 2024 йылда батырҙарса һәләк була. Күрһәткән батырлығы өсөн үлгәндән һуң "Ҡаһарманлыҡ" ордены менән наградлана.
Иҫке Собханғол урта мәктәбенең Әтек филиалында Аблаев Ризуан Альберт улы иҫтәлегенә "Герой партаһы" асылды. Ризуан Альберт улы 2024 йылда хәрби хеҙмәткә алына. Курск өлкәһендә сик буйында лайыҡлы хеҙмәт итә. Өлгөлө хеҙмәте өсөн үлгәндән һуң "Ҡаһарманлыҡ" ордены менән наградлана.
Ҡаһарман яҡташтарыбыҙҙың исемдәре һәр саҡ беҙҙең күңелдә. Батыр даны мәңгелек!
Яугирҙарҙың ата-әсәләренә, яҡындарына батыр улдар, ысын ил һаҡсылары тәрбиәләп үҫтергәндәре оло хөрмәтемде һәм рәхмәтемде белдерәм.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев