5 декабрь көнө Сибайҙа үткән халыҡ музыка ҡоралдарында башҡарыусыларҙың "Халыҡ сығанаҡтары" зона конкурсында сәнғәт мәктәбе ҡурайсыларының оҫталыҡтары юғары баһаланды. Йәмилов Айваз Гран-приға лайыҡ булды. Йәмилов Асман - беренсе дәрәжә лауреат, Бәҙәмшин Ислам - икенсе дәрәжә лауреат, Кинйәбаев Данияр өсөнсө дәрәжә лауреат исемдәрен яуланылар. Уҡытыусылары - Йәмил Шәриф улы Иҫәнғәлин.
"Гитара" номинацияһында Ғәҙелшина Дилара беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды. Уҡытыусыһы - Ишмөхәмәтова Гүзәл Миңдеғәле ҡыҙы.
6-7 декабрь көндәре Өфөлә үткән "Башҡортостан йондоҙо" Халыҡ-ара күп жанрлы конкурс-фестивалендә йәш таланттарыбыҙ сағыу сығыштары менән төрлө номинацияларҙа еңеү яуланылар.
«Хореография-халыҡ бейеүҙәре» номинацияһында сәнғәт мәктәбенең Байназар филиалының "Еҙ үксә" өлгөлө бейеү ансамбле уҡытыусылары, хореограф Зилә Йәнғәле ҡыҙы Исмакова ҡуйған "Бөрйәнкәй" бейеүе менән Гран-при яулаһа, Хәлил Әнүәр улы Ишбирҙин ҡуйған "Нуғайбәк" бейеүе менән беренсе дәрәжә лауреат исеменә лайыҡ булды.
"Фортепиано" номинацияһында
Йәмилов Рамзан яңғыҙ башҡарыусылар араһында беренсе дәрәжә лауреат, Уразаева Йәсмин өсөнсө дәрәжә лауреат исемен яуланы. Уларҙың дуэт менән сығышы икенсе дәрәжә лауреат исемен алды. Уразаева Йәсмин һәм уҡытыусылары Ишдәүләтова Ләйсән Айрат ҡыҙының дуэты өсөнсө дәрәжә лауреат исемен яулай.
"Флейта" номинацияһында
Ғәҙелшин Илмир II дәрәжә лауреат исемен яуланы. Миңдеғолова Мәликә менән Байбулатова Анжелика беренсе дәрәжә дипломант исеменә лайыҡ булдылар. Уҡытыусылары - Ишмөхәмәтова Гүзәл Миңдеғәле ҡыҙы.
Йәш йондоҙҙарҙы, уларҙың уҡытыусыларын, ата-әсәләрен оло ҡаҙаныштары менән ихлас ҡотлайым. Артабан да тырыш, ныҡышмал хеҙмәттәре уңыштар, яңы асыштар, еңеүҙәр килтерһен!


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1