Акция сиктәрендә Иҫке Собханғол ауылындағы “Һаулыҡ һаҡлау ветерандары” һәм “Ветерандар” аллеяларына, Совхоз урамындағы спорт майҙансығы биләмәһенә, “Баҙал”, “Ҡайынтүш” парктарына, Әбделмәмбәт ауылындағы “Ҡыпсаҡ” паркына, ауыл биләмәләрендәге парк һәм аллеяларға ағастар ултыртылды. Быйыл коллективтар был акцияға әүҙем ҡушылып, өмәгә дәррәү сыҡты.
Башҡортостандың урман хужалығы министры урынбаҫары Илгиз Фәтҡуллин, Бөрйән районы прокуроры Андрей Ёлкин район үҙәк дауаханаһы территорияһын йәшелләндереүгә үҙ өлөшөн индерҙе. Акцияла ҡатнашҡан ойошма һәм учреждениелар коллективтарына, район халҡына - барлыҡ ҡатнашыусыларға рәхмәтемде белдерәм.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев