Абзый һине ошо оло байрамың менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлайым.
Алдағы тормошоғоҙҙа ҙур уңыштар ҡоростай сәләмәтлек,оҙон ғүмер,балаларығыҙҙың ейән,ейәнсәрҙәрегеҙҙең ҡәҙер хөрмәтендә,еңгә менән ҡулға ҡул тотоноп оҙон оҙаҡ йәшәүегеҙҙе теләйем.
Әлеге көндә абзыйым фермерлыҡ эше менән шөғөлләнә.,үҙ эшен яратып күңел биреп башҡара.
Абзый һинең тырышлығыңа мин һоҡланам ,ғорурланам.Был эштәрҙе бер береңде аңлап,бер береңде хупламаһаң алға барып булмайҙыр тип уйлайым.
Абзый ҡулыңа күҙ теймәһен,яман күҙҙәрҙән,яман һүҙҙәрҙән,яман ауырыуларҙан Хоҙай үҙе һаҡлаһын.
Балалары үҙ аллы матур итеп донья көтәләр,абзый менән еңгәнең ике ейәне,биш ейәнсәре бар,улар олатай менән өләсәй тип өҙөлөп торалар.
Абзый ,еңгә шулай матур итеп бер берегеҙҙе аңлашып тағы ла оҙон оҙаҡ йәшәргә булһын.
Ҙур рәхмәт һеҙгә ,барһаң асыҡ йөҙ менән ҡаршы алаһығыҙ.
Беҙ һеҙҙе яратабыҙ,хөрмәт итәбеҙ.
Балаларым исеменән дә ҡотлайым.
Был ғүмерҙәр ,иҫкән елләр кеүек,
Һиҙелмәйсә үтеп китәләр.
Ғүмер юлдарында,бәхет теләп,
Гел йылмайһын яҡты иртәләр.
Йән рәхәте бирһен,Раббым,һиңә
Тән сихәте бирһен ғүмергә.
Насип булһын әле оҙаҡ йылдар
Ҡунаҡ булып ерҙә йөрөргә.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 19