Төштәремә, әсәй, керһәңсе.
Хәлең нисек, балам, тиһәңсе.
Бала саҡтағылай, башым һыйпап
Сәстәремде тарап үрһәңсе.
Томбойоҡло күлдең ҡосағында,
Һыу сәсрәтеп икәү йөҙһәксе.
Сәскәләрҙән таҡыялар үреп,
Сәхрә- болондарҙы гиҙһәксе.
Бит алмаларыңды соҡорайтып,
Башың артҡа ташлап көлһәңсе,
Күкрәгеңә ҡыҫып, ҡолонсағым тиеп,
Бәхет теләп мине һөйһәңсе.
Иҫән саҡта ғәзиз әсәләрҙең
Ҡәҙерҙәрен үҙебеҙ белһәксе.
Иңдәренән ҡосоп. хәлен һорап,
Хәҙер үҙебеҙ күберәк һөйһәксе.
Байлыҡ йыйып, донъя ҡыуыуҙа
Сабырыраҡ була белһәксе.
Уларҙа бит яратыуға мохтаж,
Яндарында күберәк булһаҡсы.
Әсәй яндарында үҫкән саҡтың,
Ожмах икәндәрен белһәксе.
Маңлай күҙҙәребеҙ күрмәгәнде,
Күңел күҙе күберәк күрһәсе.
Үкенестәр килер көттөрмәйсә,
Тәүбәләргә үҙебеҙ килһәксе,
Һуң булырын алдан белһәксе...
Р. Ибраһимова.
Әсәйҙәр көнөнә арналған байрам ға,был шиғырым,иҫәндәренә ҡотлау булһын,ә инде, күптән беҙҙең аранан киткән, мәрхум әсәйҙәребеҙҙең рухтарын шат ҡылып,һауап булып барып етһен ине.Мәңгелек йортоғоҙҙа йоҡоларығыҙ тыныс булһын .Амин.
Класташым, Рәсимә Байтуллина-Ибраһимова шиғыры.


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев