Я хочу в этом мире присутствовать лично
В день погожий иль пасмурный — мне безразлично...
Лариса Миллер
Ожмах бит ул Ерҙең өҫтөндә( Рай находится на Земле)
Был донъяла шәхсән булғым килә,
Ҡарамайса ямғыр, аяҙға.
Тормош шундай матур йәй ҙә, көҙ ҙә,
Һис ҡарамай ҡышҡа , йә яҙға.
Фани донъяларҙан кем һуң туйған?
Ожмах бит ул Ерҙең өҫтөндә.
Көндөҙҙәрен Ҡояшы йылытһа,
Нурын һибә Айы төнөндә.
Күбәләктәй осоп, елбәҙәк ҡар
Ҡышын ҡаплай ғәзиз еремде.
Көҙҙәр бүләк итә һәр йыл һайын
Туҡ башаҡлы алтын игенде.
Ә һуң Яҙы! Яҙын
бар тәбиғәт
Йоҡоһонан ҡабат уяна.
Йәйен гөл- сәскәләренә бағып,
Һәммә йән эйәһе ҡыуана.
Был донъяға тыуыу- тылсым булһа,
Ер йөҙөндә йәшәү- оло бәхет.
Ошо ғүмеремдән ҡәнәғәтмен,
Фани донъям миңә- иң ҙур тәхет.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Нет комментариев