Ҡасан тыныр был ғәрәсәт,
Ҡасан туҡтар ҡыйралыш?
Тыныслыҡ килһен илемә,
Беҙ теләмәйбеҙ алыш!
Көсләп тағылды был һуғыш
Көнбайыш тарафынан.
Күтәрелер тағы илем,
Төҙәлеп яраһынан.
Тәүге тапҡыр ғына түгел
Халҡыма был һынауҙар.
Быуаттарҙан быуаттарға
Күсеп килә янауҙар.
Кем ысын дуҫ,ә кем дошман
Яу килгәндә беленде.
Баш ҡалҡытҡан фашистарҙан
Тапатмабыҙ илемде.
Еңеү беҙҙең яҡта булыр,
Хаҡлыҡ та беҙҙең яҡта.
Илде таларға бирмәбеҙ
Батыр ирҙәр бар саҡта.
Салауатсылар сигенмәй,
Сафтарҙа бара алдан.
Ғүмерҙәрен биргәндәргә
Мәңгелек хәтер һәм дан!
Хәбәрһеҙ юғалды тигән
Ҡара ҡағыҙ килмәһен.
Бер ғәйепһеҙ йәш балалар
Йәтимлекте белмәһен.
Тилмереп көтә әсәйҙәр,
Сабыр атайҙар көтә.
Билдәһеҙлек иң ауыры,
Йөрәкте телеп үтә...
Шомло ,,Йөк - 200" түгел,
Орден - миҙалдар тағып,
Яуыз дошманды еңдек тип,
Күкрәкте ғорур ҡағып,
Кейек ҡаҙҙар булып түгел,
Үҙ аяҡтарығыҙҙа,
Иҫән ҡайтығыҙ, яугирҙәр,
Тыуған яҡтарығыҙға!
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1