Предыдущая публикация
Ҡаш һыҙҙырып, тырнаҡ үҫтермәйем,
Сәстәрем дә ҡылған шикелле.
Керпек ялғап, башың буятыуҙан
Йәшлегеңә ҡайтыу икеле.
Күпме йәшәрергә тырышһаң да,
Шул уҡ ҡояш байый, таң ата.
Тышҡы ялтырауыҡ матурҙыр ҙа,
Күңел төпкөлөңдә ни ята?
Күпме изгелектәр ҡылғаның бар?
Уйланыңмы, ошо көнгәсә?
Кемдең хәлен еңеләйткәнең бар,
Ярҙам ҡулың һуҙып, бөгәсә?
Гел көҙгөгә ҡарап, ыҫпайланып,
Салондарҙа уҙһа көндәрең,
Бер ни тормай яһалма матурлыҡ-
Бушҡа уҙған, тимәк, ғүмерең.
Ялған матурлығың кеүек һинең
Күңелең дә алдаҡ- яһалма.
Йәшлеккә бит кире ҡайтып булмай,
Олпат ололоғоң юғалтма.
Ошо хәҡиҡәтте онотма...
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 7