Предыдущая публикация
Ҡалала бер йорт алдында
Ҡупшы көнбағыш үҫкән.
Орлоғон кемдер сәскәнме,
Төшөп шыттымы икән?
Ҡояштай балҡытып йөҙөн
Көнгә баҡҡан көнбағыш.
Һоҡланыуҙан туҡтап ҡалдым,
Семетеп алды һағыш.
Күҙ алдымдан үтте шул саҡ
Йәйрәп ятҡан баҫыуҙар.
Көҙ етеп,уңышын йыйғас,
Башағына барыуҙар...
Үткәндәрҙе хәтерләтте
Бер көнбағыш сәсәге.
Гүйә, ғүмер уҙмаған да,
Әйтерһең, был- кисәге.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 1