Һәр йыл һайын ошо ваҡыт етһә,
Йөрәк яраларым яңыра.
Күңелкәйем һис тә тынғы тапмай
Төн йоҡоһон минең ҡалдыра,
Йөрәгемде утһыҙ яндыра.
Улым, улым, улыҡайым, тиеп,
Әсәкәйем ятты тора (а)лмай,
Эй Хоҙайым улымды алғансы,
Ник алманың мине тип атай
Ҡан йәштәрен түкте туҡтамай.
Буталдылар шул саҡ көн һәм төндәр,
Теште ҡыҫып сығарманыҡ өндәр.
Йәм -йәш абзыйымдың китеүенә
Ышанмайса ҡанһыраны йәндәр.
Шатланырлыҡ түгел ине хәлдәр.
Шатланырлыҡ булмаһа ла беҙгә,
Шатлыҡтарын күрһәттеләр күҙгә,
Әйтерһең дә төкөрҙөләр йөҙгә,
Юҡ сит түгел, иң яҡындар беҙгә.
Ҡайтып китте улар талап, таптап,
Атай ҡалды илап,һыҡтап, апт(ы)рап,
Әсәй ҡалды шаңҡып, телһеҙ ҡатып,
Илай -илай ҡандар ҡоҫто ятып.
Ситтәр түгел, юҡ -юҡ, үҙ туғандар,
Ҡан туғандар, улар йән туғандар.
Ир туған да түгел, ҡыҙ туғандар,
Нисек ағыу менән тулғандар?
Йылдар үтте, 19 йыл быйыл,
Шул саҡтағы шаңҡыу баҫылмай.
Юҡ -юҡ, ғәфү иттем, әммә йәнем
Һис аңламай һәм дә аҡламай,
Аҡламай ҙа, яҡламай ҙа һәм дә
Туғаным тип уларға атламай.
Ауыр саҡта йөгөң күтәрмәгәс,
Туғаным тип йыуатып һөймәгәс,
Әйтегеҙсе шул буламы туған,
Йығ(ы)лып бөтмәй торһаң, йығып ҡырған?!
Нутфуллина Рәйлә
Присоединяйтесь к ОК, чтобы посмотреть больше фото, видео и найти новых друзей.
Комментарии 4