(153, 154, 482, 483, 484)
Түләр инем хаҡтарын. (Фәнил Яманаев)
Ҡайҙа минең ялан аяҡ
Йүгергән ваҡыттарым?
Ишек алды үләнендә
Аунап үҫкән саҡтарым?
Әллә ниҙәр түләр инем,
Ҡарамай хаҡтарына.
Йүгереп ҡайтып китәр өсөн
Шул бала саҡтарыма.
Хәтерләйем әсәйемдең
Иркәләп уятҡанын.
Атайымдың ил һаҡларға
Ҡул биреп оҙатҡанын.
Әллә ниҙәр түләр инем,
Ҡарамай хаҡтарына.
Йүгереп ҡайтып китәр өсөн
Шул йәшлек саҡтарыма.
Ауылымдың аҡ өйҙәре
Аҡ булып ҡалды микән?
Ситтә ҡалған ир-улдарын
Онотманылар микән?
Әллә ниҙәр түләр инем,
Ҡарамай хаҡтарына.
Баҫыр өсөн тыуып үҫкән
Аҡ өйҙөң тупһаһына.
Тыуған ерҙең һыуы тәмле,
Йәшелерәк үләне.
Һалҡын көндә йылы икән
Тыуған яҡтың елдәре.
Әллә ниҙәр түләр инем,
Ҡарамай хаҡтарына,
Үтһен өсөн ҡалған ғүмерем
Тик тыуған яҡтарымда.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев