Ах как больно - и снова мы плачем,
И уходят они к вечной тайне своей…
Почему уходят люди?.. почему уходят вдаль… В небеса. на небеса… После продолжительной болезни ушел из жизни наш односельчанин Ишимгулов Рафик Хужахметович. Скорбим в связи с невосполнимой утратой и выражаем глубокие соболезнования родным и близким нашего уважаемого Рафик агая.
Кеше ғүмере - уянып килеүсе тәбиғәт ,һиҙелер-һиҙелмәҫ кенә һыйпап үткән таң еле кеүек... Ул шулҡәҙәр ҡыҫҡа, әйләнеп ҡарарға һәм нимәлер аңларға ла өлгөрә алмайһың, уттарында яндырып, һағыш-моңға, уңалмаҫлыҡ яралар һалып уҙа ла китә... Ғүмеребеҙ буйы кемделер ҡаршы алабыҙ, кемделер мәңгелеккә озатабыз... Әй , ғүмерҙәр !
Кеше ғүмере аҡҡан һыу кеүек уҙа ла китә...
Китә кеше, йәндәр һыҙлап ҡала.
Яҙмышҡа беҙ бик ҙур үпкәлә.
Ниндәй аяныс, кәрәклеләр китә.
Кәрәк улар,кәрәк күктә лә.
Ҙур юғалтыу йәнде өтә. Ҡатынын, балаларын, туғандарын ауыр ҡайғыларға һалып Рафиҡ ағайыбыҙ мәңгелеккә күҙен йомдо, Ауылыбыҙ халҡына был ҡара хәбәрҙе ишетеү аяҙ көндө йәшен йәшнәгән кеүек булды. Яратҡан ағайыбыҙ арабыҙҙан китте....Был ни хәл..... Нисек улай булды һуң... Ни эшләп яҙмыш шулай аяуһыҙ икән һуң.... Уға бит әле йәшәргә лә йәшәргә ине бит ҡатынын, балаларын,ейән-ейәнсәрҙәрен яратып,уларҙың шатлыҡ- ҡыуаныстарын күреп...... Бер нисектә аңлатып булмай шул яҙмыштың аяуһыҙлығын..... Һәр кеше – бер-берсенә оҡшамаган тарих. Ғүмер йомгаҡтарын һүткәндә, исемен үҙенең хезмәттәре, эшләгән яҡшылыҡтары менән биҙәп, халык күңелендә лайыҡлы урын алган Рафиҡ ағайыбыҙ йөрәк түрҙәребеҙҙә мәңге һаҡланыр.Ауылыбыҙ халҡына Иман йорто , изге мәсетебеҙҙе төҙөүҙә ла бик күп көс түктең .Тыуған ауылым, ауылдаштарым тип йәшәнең бит һин ...Үҙ ғүмереңдә күпме кешегә ярҙам иттең бит, Рафиҡ ағай....
Хөрмәтле Ишемғоловтар ғайләһе!
Йэ Раббым , Рафиҡ ағайҙың ятҡан ерҙәре йомшак, ҡараңғы гүрҙәре яҡты,нурлы булһын. Ауыр тупрағы еңел ,урыны йәннәттә булһын . Һеҙгә , яҡындарына сабырлык бирһен Аллаһым ярҙамынан ташламаһын.Ошондай бөтә халыҡ өсөн ауыр заманда, һеҙгә һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ. Аллаһ һеҙгә түҙемлектәр бирһен. Ҡайғылар урап үтһен. Амин! Амин ! Амин!
Һаман да ышанып булмай.Теге донъяға ла яҡшы кешеләр кәрәктер инде Рафиҡ ағай бик яҡшы кеше ине,бер ҡасан да алама һүҙ әйтмәне, насар ҡараш менән ҡараманы.Тыныс йоҡла . Рафиҡ ағай!
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 24