Подчас от боли и тоски,
Хотя есть внуки и семья,
Они - история твоя!
Ушел из жизни прекрасный человек. патриот своей деревни, аксакал нашей деревни Тукумбетов Нурислам Шайхисламович….Родные и близкие, примите наши соболезнования.
Ауыр юғалтыу....
Тереләрҙең ҡәҙере тере булһын,
Хөрмәте лә булһын ҡәҙерҙә.
Үкенестәр күңел аямаһын,
Үҙ яҡының ятһа ҡәбергә
84 йәшендә ауылыбыҙ аҡһаҡалы Тоҡомбәтов Нурислам Шәйхислам улы балаларын, туғандарын , бөтә ауыл халҡын ҙур ҡайғыларға һалып ,изге Рамаҙан айында мәңгелеккә китеп барҙы....
Осрағанда сәләмен башлап бирер, кәңәш һораһаң- яҡшылап, еренә еткереп аңлатыр ине.... Һәр бер өмәләрҙә ул урам таҙартыу, зират йыйыштырыу,мәрхүмдәрҙе ҡәҙерләп ерләү кеуек һәм башҡа бик күп эштәрҙә һәр ваҡыт әйҙәп өлгө булды... Ә йома көндәрен дә мәсет ишеген асып, сәйен ҡайнатып ауылдың инәйҙәрен йома сәйенә көтөр ине, беҙҙең кеүек "йәш-елкенсәккә" биргән аҡыллы кәңәштәре... Урамыбыҙ бушап ҡалды..... Әҙ генә күренмәй торһа ла. «Нурислам олатай күренмәй», «Нурислам олатай ҡайҙа икән», «ауырып киттеме икән ни»,«Нурислам олатай йөрөмәгәс урамыбыҙҙың йәме китте әле» тигән һүҙҙәр көн һайын халыҡ телен дә булды... Һин булмағас олатай кем иртә менән ат егеп бесән сабырға барыр икән... Ат егеп йөрөүсе лә булмаҫ инде....
Ауыл тағын бушап ҡалды...күктәге йондоҙҙар нисек атыла -кеше ғүмерҙәре лә шулай...тыуа...йәшәй... мәңгелеккә күсә...
Урындарың оҗмах түрҙәрендә булһа ине, Нурислам олатай !!! Балаларының, туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ. Һеҙгә Хоҙай түҙемлек һәм сабырлыҡ бирһен инде.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 21