9 ҒИНУАР- БАЯЗИТ БИКБАЙҘЫҢ ТЫУЫУЫНА 110 ЙЫЛ.
Баязит Бикбай- күренекле яҙыусы, драматург, прозаик, публицист, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.
Баязит Бикбай (Баязит Ғаяз улы Бикбаев) 1909 йылдың 9 ғинуарында Башҡортостандың хәҙерге Көйөргәҙе районы Ҡалтай ауылында тыуған.1929 йылда педагогия техникумын тамамлағандан һуң Туймазы районының «Ленин юлы» гәзитендә яуаплы секретарь булып эшләй. Артабан ул Өфөлә: «Башҡортостан» гәзитендә бүлек мөдире. «Октябрь» журналында яуаплы сәркәтиб, китап нәшриәтендә, Башҡорт дәүләт академия драма театрында, Яҙыусылар союзында вазифалы эштәр башҡара.
Баязит Бикбай – ул шағир ҙа, драматург та, прозаик та, публицист та. 1932 йылда уның беренсе шиғырҙар йыйынтығы сыға. Унан һуң бер- бер артлы «Урман артында», «Яҡты ер» тигән китаптары донъя күрә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында, сәләмәтлеге насар булыу сәбәпле, фронтҡа алынмай. Әммә уның күп шиғырҙарында һуғыш темаһы сағылыш таба. Ул 1941 — 1942 йылдарҙа Башҡортостан Яҙыусылар союзына етәкселек итә.
1937 йылдан Баязит Бикбай драматургия өлкәһендә бик уңышлы эшләй. Беренсе драма әҫәре — «Ҡарлуғас» 1939 йылда яҙылып бөтә. Унан һуң «Ватан саҡыра», «Бер ғаилә балалары» бер шаршаулы пьесаларын яҙа. Музыка театрҙары өсөн яҙылған либреттолары уның ижадында күренекле урын биләй. «Салауат Юлаев» исемле беренсе башҡорт милли операһының либретто авторы. Уның 40-тан ашыу китабы баҫылған. Толстой, Тургенев, Горький әҫәрҙәрен башҡортсаға тәржемә итә.
Башҡорт әҙәбиәтен үҫтереүҙәге ҡаҙаныштары өсөн ул Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, «Почёт Билдәһе» ордендары менән бүләкләнгән. 1970 йылда (үлгәндән һуң) Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.
Баязит Бикбай 1968 йылдың 2 сентябрендә вафат була, Өфөнөң мосолмандар зыяратында ерләнгән.
Башҡорт шағиры, драматургы, прозаигы һәм публицисы Баязит Бикбайҙың ҡаҙаныштарын билдәләп, ҡала Советы башҡарма комитеты 1984 йылдың 1 мартындағы ҡарары менән Өфөнөң Октябрь районы Сипайлово биҫтәһендәге яңы урамға уның исемен бирә.
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев