Хәбәр килде бөгөн Ябраилдән
Ҡуш тауына хөкөм яҙылған,
Йән алырға Ҡуш тау һыңарынан
Ғазраилдән тамға һалынған.
Әле яңы ғына ҡара хәбәр
Эленгәйне сал Тора тауға,
Һаҡларға тип уны кешеәр ҙә
Бик күп күтәрелде ҙур яуға.
Ул ҡурҡыныс һис китмәгән икән
Һаман булған ошо тирәлә,
Бына инде өс шихандан Ҡуш Тау
Ҡорбан итеп бөгөн бирелә...
Хәлде еткерҙеләр Ҡуш Тауына,
Сабыр ғына Ҡуш Тау тыңланы..
Тау йөрәге зирәк аңы менән
Башҡа юлдың юғын аңланы..
* Тәҡдирем шул...Мине ҡотҡарам тип
Тырышыуҙар булыр урынһыҙ,
Ваҡытында сара күрелмәгәс,
Ҡалғанмын бит инде һаҡлауһыҙ.
Ҡабулитәм әлеге хәлемде
Эймәйенсә ғорур башымды,
Онтаһындар саңға әйләндереп
Ҡатлы-ҡатлы ап--аҡ ташымды.
Хуш булығыҙ ихлас кешеләрем..
Беҙ бит әле икәү..Беҙ бит Ҡуш..
Ҡала минең Ишем һәм Тора тау,
Йөрәк Тауым ҡала..Бәхил..Хуш..*
Ҡуш Тау хушлашыуын был тауҙағы
Ишетте һәр йәнлек, һәр ҡош та,
Һүҙһеҙ иланылар Ҡуш Тау менән
Тауҙа үҫкән һәр бер ағас та.
*Беҙ ҙә һинең менән ҡорбанлыҡты
Ҡабул иттек, * тине Баш ағас,
Ап-аҡ ҡарға ынйы йәштәр түгеп
Ҡуш Тау менән бергә илағас.
Йәнлектәр тын ҡалып тыңланылар
Ҡуш тауында барған һыҡтауҙы,
Ҡоштар һайрашыуҙан туҡтанылар
Йәлләп ҡорбан булған Ҡуш Тауҙы.
*Һуңғы һүҙе м минең, - тине Ҡуш Тау
-Ҡалған тауҙарҙы һеҙ яҡлағыҙ,
Тәбиғи ҡомартҡыларҙы ваҡытында
Ҡурсалауға алып һаҡлағыҙ..
Хуш булығыҙ шихан туғандарым-
Тора Тау, Йөрәк Тау һәм ишем Ҡуш,
Минән һуң тауҙар Ҡорбан булмаһын,
Һәр ағаста һайрап торһон ҡош..
Китәм Оло ағайым артынан
Ғорур ҡабул итеп тәҡдирҙе,
Мәғрүр Шаһ Тау, Ҡуш Тау бар ине тип
Иҫкә алырһығыҙ һеҙ беҙҙе..*
Ишеттем мин бөгөн Ҡуш Тауының
Йөрәк ярғыс ошо һүҙҙәрен..
Онотолмаһын тип бәйет итеп
Теҙеп яҙып ҡуйҙым үҙҙәрен.
Дәфтәремә тып-тып йәштәр тама,
Төҙәлмәҫ ғүмергә был яра,
Тора Тау һаҡланды, Ҡуш Тау китә,
Эй, был донъя, ҡайҙа һуң бара?
Ҡуш Тау әйтте..* Илама һин, сәсән,
Ҡорбан булам бит мин халҡыма,
Ошо ерҙә эштәр барһын өсөн
Тора Тауҙы һаҡлау хаҡына...*
-*Бәхил бул, Ҡуш Тауы...Яҙалмайым..
Күҙ йәштәрем булды бер инеш..*
Минең менән бергә Ҡуш Тауҙы йәлләп
Күп халыҡтар илайҙар имеш..
Доғаларым ҡылдым илай-илай,
Еңелер ҙә ине Әҙрәҡә,
*Ҡорбан булырға Тау урынына
Раббым, ебәрһәңсе бер тәкә..*
Доғаларым ҡабул булһа ине....🙏
Фәүзиә Ҡотлогилдина –АЛТЫНБИКӘ
7.12.2018
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 1