
һанай-һанай бөттө хәлдәр,
Арыттырҙы, ялыҡтырҙы,
Һеҙҙе һағ(ы)нып зарыҡтырҙы,
Каникулдар, каникулдар,
Каникулдар…
Иртән иртүк, юҡ, тормам,
Төн буйы пландар яҙмам,
Китап-дәфтәрҙе алмам,
Икеле өсөн янмам.
Каникулдар, каникулдар,
Каникулдар…
Иртәгә сығам юлға,
Алырмын сумка ҡулға,
Барырмын мин ҡунаҡҡа
Ҡәҙерле тыуған яҡҡа
Каникулдар, каникулдар,
Каникулдар…
Күрермен атайымды,
Һеңлемде, ағайымды,
Урыным булыр түрҙә,
Бәхетем булыр үрҙә
Каникулдар, каникулдар,
Каникулдар…


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев