Предыдущая публикация
Илаған ҡыҙ төҫлө.һыҡрар ямғыр.
Китер торналар ҙа.оҙамаҫ.
Күк йөҙөнән инде Ҡояшбикә
Йәй мәлендәй көлөп ҡарамаҫ.
Шыршыҡайҙан башҡа.бар ағастар
Сағыу күлдәктәрен һалырҙар.
Айыу батша.урман йәнлектәре
Татлы йоҡоларға талырҙар.
Ялан-ҡырҙар ябыныр ап-аҡ юрған.
Күл.йылғалар ҡатыр боҙ булып
Һалҡын көҙгә кергән һайын күңел
Яҙ-йәйҙәрҙе көтөр юҡһынып...
08.09.2020 Ғәлимә


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев