Унда ҡаланың туғыҙ мәктәбенән һәм гимназияһынан бөтәһе 87 уҡыусы ҡатнашты.
Сара уҡыу йорто, уның етәкселеге, уҡытыусылары һәм унда белем алған студенттар менән танышыуҙан башланды, һуңынан килгән ҡунаҡтар өсөн төрлө оҫталыҡ дәрестәре ойошторолдо.
8-11 класс уҡыусылары бөгөн хеҙмәт баҙарында талап ителгән эшсе һөнәрҙәр, студенттарҙың «Профессионалитет» федераль проектына ингән программалар буйынса уҡыуы менән танышты, проект ярҙамында колледжға инеү, уҡыу һәм киләсәктә һөнәри үҫеш мөмкинлектәре тураһында файҙалы һәм мөһим мәғлүмәт алды.
Проект остаздары улар өсөн бай һәм үҙенсәлекле программа әҙерләгәйне. Улар ярҙамында уҡыусылар «Сифат буйынса белгес», «Виртуаль иретеп йәбештереү», «Кеүәҫте органолептик баһалау», «Баҡыр торбаларҙы вальцовкалау», «Тикшереүҙе механиктар алып бара», «Төҙөлөш контроле» һәм «Мин бухгалтер булыр инем, әгәр өйрәтһәләр!» тип исемләнгән мауыҡтырғыс оҫталыҡ дәрестәрендә ҡатнашты.
Колледж һәм уның филиалдары «Профессионалитет» командаһы остаздары етәкселегендә берҙәм асыҡ ишектәр көнө алдынан мәктәптәрҙә «Профессионалитет: һин яҡшы компанияла!» тип исемләнгән асыҡ дәрестәр үткәрҙе.
«Асыҡ ишектәр көнө» сиктәрендә үткән ата-әсәләр йыйылышында колледж директоры Айрат Аллабирҙин студенттарға һәм ата-әсәләргә уҡыуҙа һәм йәмәғәт тормошонда ирешелгән уңыштар өсөн рәхмәт белдерҙе.
Сара сиктәрендә остаздар мәктәп уҡыусылары өсөн һөнәри үҫеш карталары әҙерләгән. Улар киләсәктә колледжды һайлаясаҡ йәштәргә һөнәр һайларға, шулай уҡ төбәк етәкселеге һәм эш биреүсе яғынан ярҙам саралары тураһында белергә ярҙам итәсәк.
Бөгөн республикала иҡтисадтың ун тармағы буйынса «Профессионалитет» федераль проектының 19 кластеры эшләй.
2024 йылдан «Ауыл хужалығы производствоһы өсөн уҡытыу һәм технологиялар үҙәге» ауыл хужалығы кластеры күп йүнәлешле һөнәри белем биреү колледжы базаһында эшләй.
Кластерҙар урта һөнәри белем биреү учреждениеларын һәм уларҙы тамамлаусыларға эш урыны тәҡдим иткән ойошмаларҙы берләштерә.
2025 йылдан урта һөнәри белем биреү системаһын модернизациялауға, уны хеҙмәт баҙары ихтыяждарына һәм иҡтисадтың заманса талаптарына ярашлы итеүгә йүнәлтелгән «Профессионалитет» федераль проекты йәштәр һәм балалар милли проекты составына инә.
Ул киләсәк быуын вәкилдәренә ярҙам итеүгә, мәғарифты үҫтереүгә, уларҙың һөнәри үҫешенә йүнәлтелгән.

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев