Уны, иремдең хыянатын күреп, яңы ғына яҡты ҡояш кеүек балҡыған донъям селпәрәмә килеп, 9-сы ҡаттан һикерергәме, әллә ошо халәтемде күршеләргә күрһәтмәҫ өсөн баҫҡыс аҫтындағы ташландыҡ ултырғыс, йәшниктәр артына йәшенеп, төн сығырға уйлапмы, дөйөм ятаҡтың балконына йүгереп сығып барғанда осраттым. Бүлмәһенән тас менән һыу түгергә сыҡҡайны ул. Һәр ваҡыт йылмайып йөрөгән был ағайҙы трикола һәм бик төшөнкө күңелдә беренсегә күреүем. Минең арттан ул да балконға сыҡты. Мин үкһейем, бар донъяға яр һалғым килә, тик ярамай, күршеләрҙән оят, ҡайһылары күптән йоҡлай. Ул бер нәмә лә өндәшмәй генә минең эргәлә тора. Бер нәмә лә һорамай ҙа, йыуатмай ҙа. Илап туйғас, әйҙә, һылыу инәйек, һалҡын алдырырһың, тип ипләп кенә иңемә ҡағылды. Төн уртаһында ҡайҙа барайым – түшәгемдә, ирем янында икенсе ҡатын, таң атҡансы ошонда ултырам, тинем. Миндә ултырып төн сығырһың, мин дә барыбер йоҡламайым, ти ағай. Ҡатынығыҙ ни тиер һуң тигән һорауға, ул өйҙә юҡ, тип яуап бирҙе.
Дауамы комментарийҙа⤵️
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2