Предыдущая публикация
Бал ҡорто менән йәйен дә, ҡышын да булышырға кәрәк. Был һөнәрҙе ата-бабалар улдарына өйрәткәндәр, уны йәш быуынға тапшырыу бик талапсан эш.
Бөгөн Сюрбай ауылында мәктәп уҡыусыларына Ҡотошов Рәфҡәт Миндиәхмәт улы умартасылыҡтын ҡышҡы эштәрен күрһәтте.
Ҡыҙҙар- малайҙарға үҙенсәлекле рамаларҙы эшләу сере менән бүлеште Рәфҡәт ағай.
Тәбиғи материалдан эшләнгән рамалар бал ҡорттарына зыян итмәй. Үҙ ҡулың менән эшләгәндә күңелга лә рәхәт, бәләкәй моторикаға ла файҙа, кеҫәгә лә экономия.
Был мастер-класс кескәй умартасыларға киләсәктә ярҙам итер тип ышанып ҡалабыҙ
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев