📝Федераль исемлеккә индерелгән төнъяҡ-көнсығыш олимпиадаһында еңеүселәр һәм призлы урын алыусылар, рус теленән Берҙәм дәүләт имтиханын кәмендә 75 баллға биргән осраҡта, Рәсәйҙең юғары уҡыу йорттарына имтиханһыҙ инә. Шулай уҡ улар ай һайын 58000 мең һум стипендия алып уҡыу мөмкинлегенә эйә була.
✅Сарала Беҙҙең гимназия-интернаттан 10 б класы уҡыусыһы Зөһрә Байназарова һәм башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримова ҡатнашты. Әйткәндәй, был олимпиадала беҙҙең уҡыусылар йыл һайын ҡатнашып, юғары һөҙөмтәләргә өлгәшә. Быйыл иһә Зөһрә призер булып танылды.
✨Юғары кимәлдә ойошторолған сарала бүләктәр, шул иҫәптән етәксеһе Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы Кәримоваға һәм гимназия-интернат директоры Нияз Ғибәҙәт улы Мөхәмәтовға рәхмәт хаттары тапшырылды.
ҠОТЛАЙБЫҘ! 🎉🎉🎉
#РПМГИСибай #ГимназияИнтернатСибай
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев