Йәшел буяулы төҫтәре лә әллә нисә төрлө икән. Эх, яңы ғына тыуғас бәләкәймен шу-у-ул. Тиҙерәк үҫәһе ине, ағастарҙың барыһын да күрергә. Ней бынауы аҡ олонло ағас ҡаплап ултырған, – тип көйһөҙләнде. Кинәт ҡайҙандыр көслө ел килеп сығып, уны сайҡарға тотондо.
– Ай-а-ай, билкәйемде ауырттыраһың би-и-ит! – тип илай башланы.
Шул саҡ янында ғына ултырған әлеге аҡ олонло ағас, йәм- йәшел биҙәкле итәктәрен йәйеп, елдең юлын ҡаманы.
– Һаумыһығыҙ, рәхмәт! Ни эшләр инем һеҙ булмаһағыҙ...
–Урман халҡы татыу йәшәй. Шулай бер-беребеҙҙе ҡурсалап, Уралтауҙы байытабыҙ. Йәш үҫенте, был хәбәрҙе ишетеп: "тимәк минең яҡлаусым бар", – тип иркен тын алып, буйға үрелеп киткәндәй булды.
– Кем булаһығыҙ, йәм - йәшел генәһегеҙ? – тине, уға тура ҡарарға баҙнат итмәй. Сөнки әле генә үҙенең зифа буйлы ағас тураһында насар уйҙа булыуынан уңайһыҙлана ине.
Тулыһынса: https://vatandash.ru/articles/proza/2023-07-31/y-sh-u-a-hik-y-n-sim-aysina-3366186
Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев