2019 йылдан тормошҡа ашырылған “Башҡорт ихаталары” ихата биләмәләрен төҙөкләндереү комплекслы программаһы Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды. 2019-2023 йылдарҙа был программа буйынса Башҡортостанда 1300-ҙән ашыу йорт яны биләмәләр төҙөкләндерелгән, уларҙа 400 меңләп кеше йәшәй.
Әйтәйек, Йәрмәкәй ауылы, Грачев урамы, 1, Мәктәп урамы, 20, 22, 24, 26 йорттары эргәһендә “Башҡорт ихаталары” программаһы буйынса эштәр башҡарылған. Ул ике этаптан торған, 2020 һәм 2023 йылдарҙа башҡарылған. Тәүгеһендә туғыҙ миллион һум бүленгән, был аҡсаға балалар майҙансығы ҡоролған, видеокүҙәтеү, яҡтыртҡыстар ҡуйылған. Икенсе этапта 15 миллион һумлыҡ эш үтәлгән. Уның 94 проценты республика ҡаҙнаһынан, биш проценты урындағы бюджеттан, бер проценты халыҡ тарафынан йыйылған. Был йорт эргәләре ҡарап торорлоҡ йәмле. Юлдар асфальтланған, бордюрҙар ҡуйылған, һыу китеү өсөн каналдар эшләнгән, эскәмйәләр, сүп-сар һауыттары ла урынлаштырылған.
Тулыраҡ мәғлүмәт: https://house-bash.bashkortostan.ru/presscenter/news/644571/ #Бaшҡортостан #командаХабирова #правительстворазвития #комфортныйрегион #ЖКХменяется #башкирскиедворики

Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев