Тауҙа тороп күрәм Исҡужамды
Ағаслыҡҡа батҡан өйҙәрен,
Һүрән генә аҡҡан арыҡ һыуын,
Ишетәмен башҡорт көйҙәрен.
Бөгөнгеләй кеүек күҙ алдымда
Усаҡтарҙан сыҡҡан төтөнө,
Баҡый ташы, иҫке зыяраты,
Мөнрәп ҡайтҡан һыйыр көтөүе.
Ауыл уртаһында төпһөҙ койо
Йәшел келәм кеүек урамы.
Йәш килендәй, ебәк шәлен ябынған
Аҡ күлдәкле ҡайын урманы.
Ҡолағымда сынлай сын-сын иткән
Сусаҡ бөркөтөнен тауышы.
Тулҡынлана алтын дингеҙ кеүек,
Бешеп еткән Бикбай арышы.
Ике башта ике шишмә урғый,
Тарлауыҡҡа юрта һыуҙары,
Туғайында ҡыҙҙар күбә өйә,
Бесән саба зирәк улдары.
Тик уянып тәрән хистәремдән,
Мин күрмәнем ауыл урамын,
Өйҙәр бөткән, кеше заты ла юҡ,
Тау башында янғыҙ торамын.
Алабута алған арыҡ буйын,
Ҡомға әйләнгән алтын арышлыҡ,
Бөркәт киткән Сусаҡ тауын ташлап,
Шишмәләрен баҫҡан ҡамышлыҡ.
Ояһынан осҡан ҡоштар кеүек,
Халҡым киткән ситкә таралып.
Йәтим ҡалған Баҡый тауы ҡарай,
Ҡәбер таштарына монайып...
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 17
Я тоже Искужинская ,мне часто снится село ,мой дом самый красивый в селе был.
Дом расположен был как заезжаешь в село с лев.стороны зел .финский дом он один был в селе.
Вы сами тоже искужинская? И кто ваши родственники,?
Ахмеровская, но приходилось бывать
Искуже, действительно, дом
Зиннур агая был очень красивый и стоял среди деревьев.