Предыдущая публикация
Офоҡто телеп оса торналар,
Айырылып көнбайышҡа.
Сыңрауҙары тулы һағышҡа,
Сыңрауҙары тулы һағышҡа.
Китмәгеҙ һеҙ, зинһар, торналарым,
Ҡолаҡ һалмай минең тауышҡа.
Түҙә алмам инде һағышҡа,
Түҙә алмам инде һағышҡа.
Йүгереп барам, ҡулым болғайым,
Айырылыу ауыр, моғайын.
Айырылышыу ауыр, моғайын,
Торналарға ҡушылып илайым.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев