Previous publication
Ямғырҙарҙа, яуындарҙа,
Дауылдарҙа, елдәрҙә
Кейек ҡаҙҙар ҡаңғылдаша
Мин белмәгән телдәрҙә.
Кейек ҡаҙҙар ҡаңғылдаша,
Йырлашалар микән ни,
Йырлашалар микән ни,
Тыуған ерҙәр ҡала бит тип
Илашалар микән ни?
Беҙҙең дә бит ҡаҙҙар кеүек
Киткән саҡтар бар ине.
Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ, илем йыраҡ
Тигән саҡтар бар ине.
Кейек ҡаҙҙар ҡаңғылдаша,
Һау бул, яҡташ, тиҙәрҙер,
Һау бул, яҡташ, тиҙәрҙер,
Әллә ҡайтыр, әллә ҡайтмаҫ
Беҙҙең баштар, тиҙәрҙер.
Минең хәҙер ҡаҙҙар кеүек
Китәһеләр юҡ инде.
Ҡыйғаҡ-ҡыйғаҡ, илем йыраҡ
Тиәһеләр юҡ инде.
Ҡаңғылдашып болоттарҙа
Мин белмәгән телдәрҙә,
Мин белмәгән телдәрҙә,
Кейек ҡаҙҙар китеп бара
Мин күрмәгән илдәргә.
Join OK to subscribe to the group and comment on posts.
Comments 25
Безен дя бит каззар кеуек киткян сактар бар ине...
Рахмят, Гумяр!