Йыл һайын 3 декабрҙә Халыҡ-ара инвалидтар көнө билдәләнә. Был көн йәмәғәтселектең иғтибарын инвалидтарҙың проблемаларына йүнәлтеү, ярҙам күрһәтеү һәм хоҡуҡтарын яҡлау йәһәтенән булдырылған.
Шулай уҡ бөгөнгө дата – рухтары менән көслө кешеләр көнө. Беҙҙең районда ла мөмкинлектәре сикле, әммә рухи яҡтан көслө булып, тормошҡа ҡыуаныс менән баҡҡан, әүҙем тормош позицияһы алып барған, ауырлыҡтарға бирешмәй, тырышып донъя көткән кешеләр бар.
Һеҙҙең барығыҙға ла сәләмәтлек, рух ныҡлығы, күңел күтәренкелеге, именлек теләйем! Матур ынтылыштарығыҙ тормошҡа ашһын, бар эштәрегеҙ уңышлы булһын!
Бөрйән районы муниципаль район Хакимиәте башлығы Рәмил Абдуллин


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Нет комментариев