عيد الأضحى: Ид әл-Әдһа; фарс. عید قربان: Ҡорбан ғәйете) — иң мөһим мосолман байрамдарының береһе. Хаж тамамланыуын белдерә, зөлхизә айының 10-сы көнөндә, йәғни ураҙанан һуң 70 тәүлек үткәс байрам ителә һәм өс-дүрт тәүлеккә һуҙыла.
Ҡорбан байрамы быйыл 11 авгусҡа тура килә. Ул өс көн дауам итә.
“Ҡорбан” һүҙе яҡын булыу тигән төшөнсәне бирә. Йәғни Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтенән алыҫ тормау, уға өлгәшергә ынтылыу.
Аллаһы Тәғәләнең ризалығына өмөт итеп ҡорбан салыу Зөлхизә айының 10-сы, 11-се, 12-се көндәрендә башҡарыла.
Ҡорбан салыу — шәфҡәтлелек, мәрхәмәтлелек, рәхимлелек билдәһе булып тора.
Хаҡ Тәғәләнең барлығына һәм берлегенә инаныуҙы, йомартлыҡты сағылдырған изге ғәмәлде башҡарған кеше Аллаһ алдында ҙур сауапҡа өлгәшә.
Ҡорбан салыуҙың, ошо уңайҙан Ҡөрьән уҡытыуҙың ғаилә өсөн бәрәкәте иҫәпһеҙ-хисапһыҙ. Йортобоҙ, күңелебеҙ нурға күмелә, балаларыбыҙ, туғандарыбыҙ дингә яҡынлай, доға мәрхүмдәрҙең рухын яҡтырта.
Ҡорбан ғәйете мөбәрәк булһын!
Изге байрам һәр йортҡа тыныслыҡ, ҡот һәм муллыҡ килтерһен!.
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 5