
Юлға сыҡһаҡ, юлдарыбыҙ изге булһын !
Хоҙай бер үк ҡанаттарҙы ҡайырмаһын,
Бер ҡасан да яңғыҙлыкта ҡалдырмаһын !
Хоҙай беҙгә күркәм сабырлыҡтар бирһен,
Күктәребеҙ һәр-саҡ беҙҙең аяҙ булһын!
Йәндәребеҙ һәр-ваҡыт та тыныс булһын,
Эшләгән эштәребеҙ ҙә гел уң булһын !
Тәндәребеҙгә, Хоҙайым, таҙалык бир,
Йәндәребеҙгә һәр ваҡыт тыныслыҡ бир!
Илдәребеҙ имен булһын ,тыныс булһын,
Ҡалған ғүмерҙе йәшәргә көс-ҡеүәт бир!🙏


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 2