Бына бер нисә көн инде күңелемдән #Ҡуштау темаһы китмәй. "#Осһоҙ_сәйәсәт" менән дә булышырға артыҡ теләк юҡ....шулай ҙа төпкө аң эсендә ниндәйҙер бер тауыш тынғы бирмәй бит!!! Билдәле шағирә әйтмешләй "яндырылған ауылдарҙың көлдәре беҙ" ...шул көлдәр рухы, тауышылыр ул...
Мин - #БДУ Башҡорт дәүләт университеты профессорымын, ирем дә, бергә эшләйбеҙ. Донъяла, илдә барған хәлдәрҙе күҙәтеп, һығымталар яһап, студенттар менән түңәрәк өҫтәлдәр ойошторам #ФилософскийКлубДискус. Актив йәмәғәт эшмәкәремен.
Шихандар, Ҡуштау буйынса килеп тыуған сетерекле хәл шаңҡытты. 21-се быуатта яңынан-яңы фәнни асыштар, технологиялар була тороп, донъяла аналогтары булмаған тәбиғәт ҡомартҡыларын #Шихандарҙы "аҡса, эш урындары" бизмәненә һалып буламы һуң!? Ярай, беҙҙең олатайҙар коммунизм төҙөйбеҙ тип, ихлас ышанып, сиҙәм аҡтарған, һаҙлыҡтарҙы киптергән. Инде хәҙер ярай, аңланыҡ, кеше Тәбиғәттең бер кес кенә өлөшө, хужаһы түгел икәнен!!! тиһәм, юҡ икән....
Фәлсәфә фәнендә "переход количественных изменений в качественные" тигән ҡанун бар. Ҡанундарҙы ғалимдар булдырмай. Улар ҡануңдарҙы аса ғына! Был ҡанунды сәй ҡайнатҡанда ла, бала үҫтергәндә лә, тарихта ла, сәйәсәттә лә күрергә була....
Самаларҙан ашып, нәфсе тыя алмай "халыҡҡа эш урындары булдырыу" менән алдаштырып, "халыҡ түҙемен" артыҡ йылытып ташламаһалар ярай ҙа....йылынып килгән һыу оҙаҡ йылынып ҡына тора алмай, һүндермәһәң, сәсрәп ҡайнай ул....таша башлай.
Хәҙер беҙ мәғлүмәт кеше менән идара иткән осорҙа йәшәйбеҙ. Форсат менән файҙаланып, коллегалларым, ғалимдар, иҡдисатсы, геолог, химик, экологтар һеҙгә өндәшәм! Дәррәү генә үҙ аҡыллы һүҙҙәребеҙҙе, төплө, урынлы факттар килтереп әйтәйек! Социаль селтәрҙәргә һалайыҡ! Ихлас йөрәктән сыҡҡан һүҙҙәр генә йөрәккә етә!!!
Уважаемый человек, читающий этот пост, искренне обращаюсь к тебе, сделай репост во всех страницах своих социальных сетей ВК, Инстаграмме, Фэйсбуке посты с нижеследующими хештегами. Нужно создать общественное мнение в социальных сетях о ситуации с Шиханами в Башкортостане! #ТвориДобро
#СохранимШиханы
#ЖивыеШиханы
#Куштау
#СохранимКуштау


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 4