Эшһеҙлектең сәскә атҡан сағы.
Эшкә китә минең ватандаштар,
Поезд вагонына тейәлеп.
Сиған тормошона оҡшаш яҙмыш
Арттарынан бара эйәреп.
Кемеһелер Мәскәү яҡтарында,
Силәбелә, Магнит, Сорғотта.
Эш тапмағас һөнәренә ярар,
Башҡортостан тигән ҙур йортта.
Күптәрендә бар юғары белем,
Дипломдары ята саңланып.
Ҡарлы ямғырҙарҙа бил бөгәләр,
Килем алырына ҡыуанып.
Хәйерселәй халҡым, ғаиләһен
Алыштырып ҡағыҙ аҡсаға.
Һирәк ҡайтып тыуған яҡтарына,
Тағы юлланалар вахтаға.
Кеҫәләре ҡалынайған һайын,
Кәмей бара тулы ғаиләләр.
Беҙҙең егеттәрҙе үҙҙәренә
Өйләндерә йылғыр мәрйәләр.
Күп атайҙар күреп өлгөрмәйҙәр,
Балаһының нисек үҫкәнен.
Бер нужаһыҙ донъя көтәм тиеп,
Елдәй сабып йылдар үткәнен.
Күмәк хужалыҡтар туҙҙырылды,
Ауылдарҙа мәктәп ябылды.
Һандуғастай моңло туған телдең,
Тамырына балта сабылды.
Бойҙай баҫыуҙары юҡҡа сыҡты,
Ул ерҙәрҙә хәҙер көтөүлек.
Иҫәп - һанһыҙ йылҡы өйөрҙәрен
Түгел инде һанап бөтөрлөк.
Дәүләт иҫәбенә байығандар
Ялсылыҡта эшсе тоталар.
Ҡалғандары аптыраған көндән
Кредит һаҙлығына баталар.
Эшһеҙлектең сәскә атҡан сағы!
Ярҙам һорарға ла кеше юҡ.
Сиған тормошона мәжбур иткән,
Хөкүмәттең беҙҙә эше юҡ.
Хәйерселәй халҡым, ил ҡыҙырып,
Поезд вагонына тейәлеп.
Аҡ ҡағыҙҙы һағыш булып өткән
Күҙ йәшемде һөртәм эйелеп.....


Присоединяйтесь — мы покажем вам много интересного
Присоединяйтесь к ОК, чтобы подписаться на группу и комментировать публикации.
Комментарии 3